«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



20.08.2011 Өс һөйләм менән

2012 йылда республиканың тупланма бюджетының дөйөм күләменең дүрттән өс өлөшө хеҙмәт хаҡына, һәр төрлө пособиеларға, мәктәп, дауаханаларҙы һәм башҡа өлкәләрҙе финанслауға бүленәсәк. Шул уҡ ваҡытта средстволарҙың иң ҙур өлөшөн (31,3 процент) мәға­риф­ҡа тотоноу ҡаралған. 20,2 проценты иһә – һаулыҡ һаҡлау өлкәһен (мотлаҡ медицина страховкалауын иҫәпкә алып), 12,8 проценты – социаль сәйәсәтте, 3,2 проценты мәҙәниәтте финанслауға йүнәлтеләсәк.

Сентябрҙә Өфө ҡалаһына эш сәфәре менән Израилдең Рәсәйҙәге вәкиллегенең беренсе секретары Михаэль Пелливерт килергә йыйына. Эш сәфәре барышында ул йәмәғәтселек менән осрашып, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә Рәсәй – Израиль мөнәсәбәттәре мәсьәләләре тураһында фекер алышасаҡ. Сәйәси фәндәр докторы, Иерусалим университеты профессоры Михаэль Пелливерт шулай уҡ Өфө вуздарында лекциялар уҡырға ла ниәтләй.

Күмертау ҡалаһында «Йәш Рәсәй, алға!» тип аталған йәштәр форумы асылды, уның нигеҙендә социаль-белем биреү программаһы ята. Форум «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы эгидаһы аҫтында үтә. ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай сара уларҙа беренсе тапҡыр ойошторола.

Кисә Йылайыр районы үҙәгендә районға нигеҙ һалыныуға 263 йыл тулыуға арналған байрам саралары үтте. Байрам барышында, йылдағыса, «Иң төҙөк урам» һәм «Иң төҙөк йорт» конкурстарының еңеүселәре билдәләнде. Беренсе тапҡыр бал йәрминкәһе һәм бәйләнгән әйберҙәр күргәҙмәһе ойошторолдо.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала яңы күргәҙмә асылды. «25 бәйғәмбәр» Өфө мәсетенең имам-хатибы Фаул хажи Ихсан тарафынан әҙерләнгән фотокүргәҙмә «Донъя мәсеттәре» тип атала. Коллекцияға ҡырҡтан ашыу эш ингән.

Ата-әсәһе биргән исеме менән риза булмаған граждандар уны алмаштырыу мөмкинлеге менән файҙалана. 2011 йылдың тәүге яртыһында 960 кеше үҙенең исемен үҙгәрткән. Былтыр ошондай мәсьәлә буйынса ЗАГС идаралыҡтарына 628 кеше мөрәжәғәт иткән.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға