«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан – туризм өлкәһендә тәүге өс лидер иҫәбендә



20.08.2011 Башҡортостан – туризм өлкәһендә тәүге өс лидер иҫәбендә

www. kurortrussia.ru туристик порталында интерактив һорау алыу дауам итә.
Сайтҡа инеүселәргә улар яҡын арала барырға теләгән Волга буйы федераль округындағы 14 төбәктең береһен һайларға тәҡдим ителә. Тауыш биреү Волга буйы федераль округының 28 – 30 сентябрҙә Түбәнге Новго­родта үтәсәк туристик ре­сурс­тары фестиваль-презентацияһы алдынан ойошторола. Бөгөнгә Татарстан һәм Башҡор­тос­тан Рес­публикалары, Пермь крайы тәүге өс лидер иҫәбендә.
Республикала әлеге сарала ҡатнашыу өсөн әүҙем әҙерлек бара. 15 августан БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Әнүәр Мәхмүтов рәйеслегендәге ойоштороу комитеты эш башланы. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фестивалдә ҡатнашыусылар Волга буйы федераль округында ту­ристик өлкәне үҫтереү бу­йынса пландар менән танышасаҡ. Шулай уҡ сарала конкурстар, мастер-кластар, «тү­ңә­рәк өҫтәл»дәр, семи­нар­ҙар һәм конференциялар ҡаралған. Фестиваль йом­ғаҡтары буйынса федераль округ территорияларын комплекслы рекламалау үткәреләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға