«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яңы корпункт асылды



13.08.2011 Яңы корпункт асылды

«Татарстан – Яңы быуат» телеканалы беҙҙең рес­публикала корпункт асты. Ошо уңайҙан Өфөгә телеканалдың генераль директоры Илшат Әминев һәм уның ике урынбаҫары килде. Пункт икенсе аҙнаның дүшәмбеһенән эшләй башлаясаҡ.
«Татарстан – Яңы быуат» күрше республикала иң эре медиахолдинг булып һанала. Шуға ла уның Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә хәбәрсе пункттары асыуы тәбиғи. Улар татарҙар күберәк йәшәгән ерҙәрҙә әүҙем асыла. Быға тиклем Мәскәү, Екатеринбург, Төмән һәм Ижевскиҙа эшләй башлаған.
Өфөләге корпункттың журналистары республикабыҙ яңылыҡтары тураһында «Татарстан – Яңы быуат» телеканалына даими хәбәр итеп торасаҡ. Яңылыҡтарҙы әҙерләгәндә ыңғайҙарына өҫтөнлөк бирергә тырышасаҡбыҙ, тип вәғәҙә ителде.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға