«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Төҙөлөш, сауҙа, хеҙмәтләндереү өлкәләренә эшсе көстәр кәрәк



13.08.2011 Төҙөлөш, сауҙа, хеҙмәтләндереү өлкәләренә эшсе көстәр кәрәк

Бөгөн республикала ҡулдарында бухгалтер, иҡтисадсы, уҡытыусы, инженер дипломдары булған йәштәргә эш табыуы ауыр.
Шулай уҡ юрисконсульт, эш ҡағыҙҙары менән эшләүселәр, кадрҙар буйынса инспекторҙар, тәрбиәселәр, хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫарҙар, почтальондар, техниктар, мастерҙар, механиктар өсөн дә еңел түгел. Уның ҡарауы, страховкалау агенты, табип, шәфҡәт туташы, инженер-проектлаусы, инженер-төҙөүсе, инженер-технолог һәм инженер-электрик һөнәрҙәренә эйә булыусылар эшкә тиҙ урынлаша ала.
Хәйер, эшсе һөнәрҙәренә эйә булғандарға эш табыуы бөтөнләй еңелләшәсәк. Хеҙмәт баҙарында иң ҙур ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәр – ярҙамсы эшсе, ташсы, йөк бушатыусы, ҡыйыҡ ябыусы, штукатур-маляр, парикмахер, икмәк бешереүсе, аҙыҡ-түлек тауарҙарын һатыусы, тегенсе һәм электр-газ менән иретеп йәбештереүсе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға