«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Төҙөүселәр бүләкләнде



13.08.2011 Төҙөүселәр бүләкләнде

Төҙөүселәр көнө алдынан ошо һөнәр вәкилдәре БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡулынан юғары дәүләт наградалары алды.
– Һеҙҙең ҡулдар менән төҙөлгән йорттар, мәктәптәр, дауаханалар, спорт комплекстары, мәҙәниәт һарайҙары һәм башҡалар халыҡты бәхетле итә, – тине ул, төҙөүсе­ләр­ҙе тәбрикләп.
Бүләкләнеүселәр араһында предприятие етәкселәре һәм архитекторҙарҙан башлап ябай иретеп йәбештереүсе, ташсыға тиклем бар. Берәүҙәргә республикабыҙҙың Почет грамотаһы тапшырылһа, икенселәргә БР-ҙың атҡаҙанған архитекторы һәм БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе тип танылды.
Өфөлә Конгресс-холда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин да 14 төҙөүсегә – «РФ-ның почетлы төҙөүсеһе», ике белгескә «РФ-ның почетлы архитекторы» билдәһе тапшырҙы. 45 кеше РФ Төбәктәр үҫеше министрлығының Почет грамотаһына эйә булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға