«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Республика көнөнә – баш ҡалала яңы бассейн



13.08.2011 Республика көнөнә – баш ҡалала яңы бассейн

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «500 бассейн» тип аталған проекты сиктәрендә баш ҡалабыҙ Өфөлә өр-яңы бассейн төҙөлә башланы. БР Хөкүмәте ҡарары менән, бассейнды төҙөү өсөн яуаплы итеп М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡуйыла, ә төҙөлөш эштәрен 10-сы трест алып бара. Ошо көндәрҙә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев төҙөлөш эштәре менән танышты.
Март айында төҙөлә башлаған бассейнды октябрҙә, Республика көнөнә, тапшырырға ниәтләйҙәр.
– Бассейнды төҙөү эштәре графикка ярашлы алып барыла, әлеге көнгә төп төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланды. Объектты ваҡытында тапшырырбыҙ тип ышанам. Ғөмүмән, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә төҙөлә башлаған бассейндар менән сағыштырғанда, беҙҙә эштәр күпкә алда бара. Әлеге көндә бында Мәскәү һәм Австрия белгестәре эшләй, – тип һөйләне БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин, эштәр барышы менән таныштырып.
Спорт-һауыҡтырыу комплексы биш ҡатлы бинанан тора. Бында ике бассейн буласаҡ, береһе – ололар, икенсеһе мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн, йәғни студенттар өсөн генә түгел, тотош ҡала халҡы өсөн тәғәйенләнгән. Бынан тыш, бында төрлө спорт һәм тренажерҙар залдары эшләйәсәк. Спорт менән шөғөлләнеүселәр өсөн сисенеп-кейенеү, йыуыныу бүлмәләре лә буласаҡ. Комплексты төҙөү өсөн республика ҡаҙнаһынан һәм федераль бюджеттан бөтәһе 237 млрд һум аҡса бүленгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға