«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Быйыл бесәнгә ҡытлыҡ булмаясаҡ



09.08.2011 Быйыл бесәнгә ҡытлыҡ булмаясаҡ

Быйыл бесәнгә ҡытлыҡ булмаясаҡ
Республиканың 34 районы бесән әҙерләү планын арттырып (Баҡалы – 184, Шишмә – 155, Тәтешле 147 процент) үтәгән. Дөйөм алғанда, төбәк буйынса барлығы 725 мең тонна йәки план­ға ҡарата бесәндең 99 проценты әҙерләнеп, ҡуйылған бурыс үтәлгән.
Сенаж буйынса ла планды 30 район үтәгән. Әле республика буйынса һәммәһе 2,2 миллион тонна (102 процент) сенаж запасы һалынған. Стәрлетамаҡ районында ул – 137 мең, Тәтешлелә – 54,7, Саҡмағошта 135 мең тонна әҙерләнгән.
20 районда силос һалыуға тотонғандар. Был йәһәттән ҡалтасылар, мәсетлеләр, яңауылдар алда бара.
Шартлы мал башына 19,6 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. 27 районда был күрһәткес 20 центнерҙан артҡан. Иң ҙур күрһәткес Яңауыл районында – 27,1 центнер.

Р. БАЙЫШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға