«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ялған араҡы етештереүселәр тотолдо



02.08.2011 Ялған араҡы етештереүселәр тотолдо

Ялған араҡы етештереүселәр  тотолдоОшо көндәрҙә республиканың ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлеге хеҙмәткәрҙәре законһыҙ рәүештә алкоголь продукцияһы етештергән төркөмдө ҡулға алған. Салауат ҡалаһындағы бер шәхси хужалыҡта тотош цех араҡы етештергән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре цехтан 500 шешә араҡы тапҡан, унда спиртлы шыйыҡса тултырылған пластик шешәләр ҙә бик күп тупланған булған. Енәйәтселәр араҡыны ҡойоу өсөн 462 йәшник быяла шешә лә әҙерләгән. Был шешәләргә Башҡортостандың алкоголь продукцияһы етештергән билдәле заводтарының тауар этикеткалары йәбештерелгән.
Әле енәйәтсел төркөмдөң дүрт ағзаһы тотолған. Был төркөмгә Стәрлетамаҡ, Баймаҡ һәм Мәләүез райондарынан 22 – 27 йәшлек егеттәр ингән. Алдан күҙаллауҙар буйынса, ойошҡан енәйәтсел төркөмдөң башында 57 йәшлек ир тора.
Хәҙер егеттәр законһыҙ рәүештә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәне, тауар билдәләрен законһыҙ ҡулланғаны, хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәт күрһәткәне һәм тауар һатҡаны өсөн законға ярашлы яуап бирәсәк.
Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға