«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Спортсы балалар яңы мәктәпкә барасаҡ



02.08.2011 Спортсы балалар яңы мәктәпкә барасаҡ

Баш ҡалалағы 5-се республика мәктәп-интернатының спорт комплексы рәсми рәүештә 30 августа асыласаҡ.
Спорт профилендәге был уҡыу йорто БР Президенты иғтибарынан да ситтә ҡалмай. Балаларға бокс, дзюдо, волейбол, баскетбол, мини-футбол, фехтование менән шөғөлләнеү өсөн яңы залдар булдырылған. Тренажерҙар залы ла бөтә талаптарға яуап бирә һәм, әлбиттә, ул буш тормаясаҡ, тип ышандыра етәкселәр. Спорт мәктәбе директоры уҡыусыларға урын етмәүен, киләсәктә мотлаҡ йәшәү корпустары кәрәгәсәге хаҡында республика башлығына ла еткерҙе. Рөстәм Хәмитов 2012 йыл бюджетынан тәғәйен сумманың бүленәсәге хаҡында әйтте. Комплекстың стадионы ла уңайлы итеп төҙөкләндереләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға