«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Элеваторҙарға тәүге уңыш килде



30.07.2011 Элеваторҙарға тәүге уңыш килде

Элеваторҙарға тәүге уңыш килдеБашҡортостан элеваторҙарына иген культураларының тәүге уңышы килә башланы – Мәләүез элеваторы «Старт» крәҫтиән хужалығының игенселәре үҫтергән ужым бойҙайының тәүге 20 тоннаһын ҡабул итте.
Белгестәр билдәләүенсә, һәр ваҡыт сифатлы иген тапшырған хужалыҡтың күрһәткестәре был юлы ла яҡшы.
Игендең тәүге уңышы «Ергән МТС-ы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Ергән элеваторы участкаһына ла оҙатылды. Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы «Силәбе – 99» арпаһының тәүге 33 тоннаһын иген ҡабул итеү пунктына өс ылауҙа ебәргән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға