«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



30.07.2011 Өс һөйләм менән

БР Президенты ҡырмыҫҡалы районында бөртөклөләрҙе һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу буйынса кисә үткәрелгән семинар-кәңәшмәлә, баҫыуҙарҙа эшләп йөрөгән ауыл хужалығы техникаһы өлгөләрен ҡарап, республикала ураҡ кампанияһына рәсми старт бирҙе. ҡырҙа үҫеп ултырған уңыш уңыш түгел ул, ә йыйып алынғаны уңыш тип һанала, тип билдәләне ул сығыш яһағанда. Президент республика райондарының урып йыйыу эштәренә әҙер булыуын билдәләне.

Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы эргәһендә урынлашҡан Граф күле буйында Башҡорт йәштәре көндәре дауам итә. Ул иртәгә тамамлана. Ә уға тиклем байрамға килеүселәрҙе төрлө конкурстар, һабантуй бәйгеләре, спорт һәм йыр-моң ярыштары, кисен башланып, таңға тиклем дауам итәсәк концерт-дискотека көтә.

Республика вуздары үҙҙәренең рәсми сайттарында һәм мәғлүмәт стендтарында буласаҡ студенттарының балдары яҙылған рейтинг-ҡағыҙҙарын элде. Вуздарға ҡабул итеү ике этапта үтә: беренсеһендә (27 июль – 5 август) юғары уҡыу йорттары уҡырға ҡабул итеү тураһында бойороҡтар яҙа һәм документтарҙың оригиналдарын ҡабул итә, әгәр буласаҡ студенттар уларҙы килтермәһә, конкурстан төшөп ҡалалар. Вузда вакантлы урындар ҡалһа, 5 августан ҡабул итеүҙең икенсе тулҡыны башлана, ул 10 авгусҡа тиклем дауам итә.

Башҡортостандың элеваторҙары һәм иген ҡабул итеү пункттары быйылғы уңышты ҡабул итергә әҙер. Айырыуса Күмертау, Сибай, Приют элеваторҙары эш миҙгеленә һәйбәт әҙерләнгән. Ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһына ярашлы, иген ҡабул итеүсе предприятиеларға һәм элеваторҙарға банкыларҙан төҙөлөш, реконструкция өсөн кредиттар биреләсәк.

Мәғариф буйынса август кәңәшмәһе 27 авгусҡа планлаштырылған. Быйыл ул Өфө ҡалаһында уҙасаҡ. Форум «Һәйбәт үҫешеүсе мәғариф – тотороҡло үҫешеүсе төбәк» тигән тема аҫтында үтәсәк.

2013 йылға тиклем Өфөлә 23 урамды киңәйтәсәктәр. Былтыр ошо исемлеккә алты урам ингәйне, быйыл тағы ла туғыҙ юл планлаштырылған. Улар иҫәбендә – Ленин, Зорге, Цюрупа, Киров, Рәсәй урамдары.

Р. ДӘҮЛӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға