«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Экологик фажиғә



26.07.2011 Экологик фажиғә

Башҡортостан прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре, Стәрлетамаҡ районының Кантюковка ауылы тирәләй килеп сыҡҡан ғәҙәттән тыш хәлдең кеше ғүмере өсөн хәүефле булыуына борсолоп, республика хөкүмәтенән был хәлде бөтөрөү буйынса кисектергеһеҙ саралар күреү кәрәклеген талап иткән.
Кантюковкалағы экологик хәл-торош электән килгән: грунт һыуы нефть продукттары аша химик ҡалдыҡтар менән бысранған. һөҙөмтәлә был яҡтарҙа әле нефть күлдәре һәм һаҙлыҡтары, өҫкә ҡалҡҡан һыу менән бысранған баҫыу­ҙар артҡандан-арта.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, республиканың тейешле органдары тарафынан бер ниндәй ҙә сара күрелмәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға