«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Матур башланғысҡа нигеҙ һалып…



26.07.2011 Матур башланғысҡа нигеҙ һалып…

Милләт-ара татыу­лыҡты нығытыу йылы сиктәрендә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тәүге тапҡыр Бал байрамы үтте.
Уны Ғафури районы хакимиәте, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто, БР Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса фәнни-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы ярҙамы менән «Сәйет­баба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторҙо.
Сәйетбабала Бал байрамының ойошторолоуы юҡҡа түгел – ауылдың умартасылары күргәҙмә-йәрминкәләрҙә гел призлы урындар яулай, халыҡ күпләп ҡорт үрсетеү менән шөғөлләнә.
Байрамға республиканың башҡа райондарынан да умартасылар йыйылды. ҡунаҡтар төрлө балды тәмләп ҡарай алды, бал, умартасылыҡ продукцияһын һатып алды. Килеүселәргә театрлаштырылған тамаша ла күрһәтелде. Сара һуңында умартасылар төрлө номинациялар буйынса бүләкләнде.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға