«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Иҫке Ҡобау Ауылы тарихы



19.07.2011 Иҫке Ҡобау Ауылы тарихы

ҡобау ауылының тарихы Тәкәй бейҙән башлана. Иван Грозный ваҡытында халыҡты көсләп христиан диненә күсерә башлайҙар. Батша үҙ указында, христиан динен ҡабул иткән халыҡҡа ҡаршылыҡ булмаясаҡ, тип белдерә. Ауылдарҙа мәктәптәр булдырыласаҡ, сиркәү төҙөләсәк, ерҙәр биреләсәк, тип вәғәҙә итә һәм, башҡорттарға рус исемдәрен ҡушырға һәм суҡындырырға, тип бойороҡ бирә.
Иван IV ваҡытында 5000 башҡорт ауылы – Һамар, Һарытау, Ырымбур, Ульяновск ерҙәре утҡа тотола. Күп халыҡ үҙ дине өсөн һәләк була, кемдер крепостной крәҫтиәнгә әйләндерелә. ҡалғандары Урал яғына күсенә башлай. Торған ерҙәрен, Мәләкәс тигән ауылдарын ташлап китергә мәжбүр булалар.
Моңҡай бейҙең дүрт улы була. Бер улы ғаиләһе һәм ауылдаштары менән хәҙерге Бәләбәй яҡтарына килеп ултыра. Ағай-ҡустылар һәм ауылдаштар: «Бер-беребеҙҙе юғалтмаҫ өсөн төпләнгән ауылдарға ҡобау тигән исемдәр ҡушырға», – тип һүҙ бирешә. Шулай итеп, Бәләбәй яҡтарында ҡобау исемле ауыл барлыҡҡа килә.
Ике туған Бүздәк ерендә төпләнә. Был ерҙә ике ҡобау ауылы барлыҡҡа килә.
Күпмелер торғас, шул ерҙәрҙә Моңҡай бей Тәкәй улы, ғаиләһе, ауылдаштары менән Урал яғына юллана. Шулай итеп, хәҙерге Иглин районының Иҫке ҡобау ауылы ерендә ауылға нигеҙ һалалар. Ауыл янында ағып ятҡан йылғаға тыуған ерҙәрендәге Мәләкәс ауылының исемен ҡушалар. Совет власы ваҡытында Мәләкәс (русса Мелекесево) Ульяновск өлкәһенә ҡарай ине һәм район үҙәге булып торҙо. 2009 йылда Мәләкәс Дмитроградҡа әйләнде.
Мәләкәс үҙ ваҡытында ҙур ауыл булған. Унан сыҡҡан кешеләр, төрлө ерҙәргә барып, яңы ауылдарға нигеҙ һалған. Башҡортостанда шуға күп кенә ауыл Мәләкәс тип исемләнгән. Улар, шулай итеп, үҙ диненә тоғро ҡалған. Әммә үҙ ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр булыуҙары үкенесле. Ә күп халыҡ үҙенең ҡайҙан килеп ултырғанын, ата-бабалары тураһында бер нәмә лә белмәй. Китапта яҙыл­ғанды ғына уҡый. Ә тарихты һәйбәтерәк белеү өсөн архивтарҙы, документтарҙы ла өйрәнергә, әбей-бабайҙарҙан да һораштырырға кәрәк. Үҙем тарих менән бала саҡтан ҡыҙыҡһындым, өләсәй-олатайҙарҙан, әбей-бабайҙарҙан һораша инем. Бер ваҡыт, миңә 10 – 11 йәштәр булғандыр, йәй көнө Хөснулла ҡартай менән Кәмилә нәнәй янына бер әбей килде. Улар оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы. Миңә уларҙың һөйләшеүе бик ҡыҙыҡ ине. Әбейҙең исемен хәтерләмәйем. Бер ваҡыт ул миңә бер һорау бирҙе:
– Улым, беҙҙең ата-бабалар ҡайҙан килгән?
– Белмәйем.
– Беҙҙең ата-бабалар был яҡтарға Ульяновск өлкәһенең Мәләкәс ауылынан килгән. Йылғаға үҙҙәренең тыуған ауылы исемен – Мәләкәс тип ҡушҡандар, – тип һөйләне ул. Әбейҙең һөйләгәндәре әле лә иҫтә.
1906 йылда ауыл бик ҙур була. Хәҙерге Иглин районы ҡобау улусы булып һанала. Иглин ауылында бер урам, бер сиркәү генә, ә беҙҙең ауылда ете урам, ике мәсет, бер мәҙрәсә була.
Шулай йәй – бесән мәле килеп етә. Ул йылда көндәр бик эҫе тора, ауыл янында үләндәр кибеп бөтә. Халыҡ бесән сабырға төшә. Күбеһе бесәнлектә була. Бер урамдағы ихатала бер апай ашарға бешереп йөрөй. Усаҡ тышта, үлән ҡоро, усаҡтан үләнгә ут төшөп, ул янып китә, тау яғынан иҫкән ел арҡаһында бөтә яҡты ут баҫа. Ошо сәбәпле 1906 йылда өс ҙур урам көл-күмергә әйләнә, ә Таубаш урамы һәм уның артында урынлашҡан мәсет имен ҡала. Иман йортоноң башы ҡалайҙан була. Ел ҡырҙан өргәс, Таубаш утҡа эләкмәй ҡала.
Әлеге Иглин станцияһынан урыҫтар янғын һүндереүсе поезд ебәрә. Ауыл янындағы быуа ул ваҡыттарҙа бәләкәй, атлап сығырлыҡ була, һыу шуға юҡ тиерлек. Янғын һүндереүсе поездан биҙрәләп һыу ташып та файҙаһы теймәй, етмәһә, Мәләкәс йылғаһы ла алыҫыраҡ ята. ҡойоһо булғандар шунан һыу алып һибә, кемдер уны шишмәнән ташый.
Шулай итеп, ауыл халҡы был йылды ауыр үткәрә. Янғындан зыян күреүселәр янмай ҡалған өйҙә, һарайҙа ҡышлап сыға, кемдер күршеләрендә, ауылдаштарының өйҙәрендә йәшәй. Әммә, ауыр тип, тик тороп булмай. Был донъяла йәшәргә кәрәк. Эш хаҡы бәләкәй булһа ла, халыҡ мөмкин тиклем һәйбәт йәшәргә тырыша. Кемдер мал, ҡош-ҡорт тота. Һәр бер кеше үҙенең һәйбәт эҙен ҡалдырырға тейеш! Бөтәһенә лә йыһангир, табип, директор, ҙур түрә, артист булырға һәм башҡа эштәр­ҙе башҡарырға тимәгән бит.

Тәкәй бей тоҡомонан –
М. ӘХМӘТЙӘНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға