«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



19.07.2011 Өс һөйләм менән

Мәләүез ҡалаһында БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин граждандарҙы ҡабул итте. ҡабул итеүгә килеүсе биш кеше лә район һәм ҡала өсөн мөһим мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт иткән. «Спартаковец» стадионын төҙөкләндереү, төрлө ярыштар үткәреү өсөн шарттар тыуҙырыу мәсьәләләренең һәм шәхси һорау­ҙар буйынса мөрәжәғәттәрҙең үтәлешен министр үҙенең күҙәтеүенә алған.

Рәсәй журналистары өсөн Юлиан Семенов исемендәге премия булдырылған. Ул экстремаль геосәйәси журналистикала ижади һәм профессиональ уңыштарға өлгәшкән журналистарға тапшырыласаҡ. ҡатнашыу өсөн ғаризалар ошо йылдың 10 декабренә тиклем ҡабул ителә, еңеүселәр Рәсәй матбуғаты көнөндә билдәләнәсәк.

Ике йыл буйы 70-ләгән кешене алкоголь һәм наркотиктар ҡоллоғонан сығарыусы «Нәсихәт» реабилитация үҙәгенә ярҙам һорап Башҡортостандан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә килеүселәр байтаҡ. Әммә халыҡты бушлай хеҙмәтләндереүсе дини үҙәк ябылыу сигенә еткән. Финанслау булмау сәбәпле, үҙәк коммуналь хеҙмәттәрҙең хаҡын ҡаплай алмай, күптән түгел унда электр утын һүндергәндәр, яҡын арала һыуһыҙ ҡалыуы ихтимал.

Өфөлә 25 − 27 октябрҙә VIII «ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы − 2011» күргәҙмәһе үтәсәк. Ул − Башҡортостандың ресторан һәм ҡунаҡханалар бизнесы донъяһында иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Унда, күргәҙмә менән бер рәттән, төбәк-ара кулинария һәм сервис чемпионаты, санаторийҙар, ресторандар һәм ҡунаҡханалар араһында конкурс, мастер-кластар, конференциялар, «түңәрәк өҫтәл»дәр ойоштороласаҡ.

Баймаҡ районы хакимиәтендә крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үтте. Унда төбәктең крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ассоциацияһын булдырыу, ауыл хужалығы етештереүселәренә субсидиялар биреү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Кәңәшмә һуңында күпселек тауыш менән ассоциация булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде һәм Өфөлә үтәсәк БР Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ассоциацияһының XXIII конференцияһына делегаттар һайланды.

БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығында «Башҡорт Уралы» биосфера резерватын булдырыу тураһында сираттағы комплекслы кәңәшмә уҙҙы. Яңы биосфера резерватына айырыуса һаҡланыусы биш тәбиғәт биләмәһен − «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығын, «Мораҙым шарлауығы» тәбиғәт паркын, «Башҡортостан» милли паркын, «Ыҡ» зоология заказнигын, «Алтын солоҡ» тәбиғәт зоология заказнигын индереү ҡаралған. Әле «Башҡорт Уралы»на резерват статусын биреү өсөн ЮНЕСКО-ның Рәсәйҙәге комитетына ғариза әҙерләнгән.

Ял көндәрендә республикала 32 мең гектар ерҙә 25 тонна бесән һәм 84 мең тонна сенаж әҙерләнгән. Бөгөнгө көнгә, дөйөм алғанда, пландың 48 проценты үтәлгән. Мал аҙығын әҙерләү буйынса Әбйәлил, Архангел, Ейәнсура, Хәйбулла, Стәрлетамаҡ, Илеш, Дүртөйлө, Баҡалы, Дыуан, Мәләүез, Өфө, Яңауыл райондары алда бара.

Р. ДӘҮЛӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға