«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бесән мул, йыбанма ғына



09.07.2011 Бесән мул, йыбанма ғына

Мал аҙығын оператив һәм ваҡытында әҙерләү ҡышты ышаныслы сығыуға булышлыҡ итә. Шуға кө­йөр­гәҙеләр аяҙ көндөң һәр сәғәтен һөҙөмтәле итеп файҙаланырға, ныҡлы мал аҙығы базаһы булдырырға тырыша.
Район хужалыҡтары быйыл план буйынса 17 800 тонна бесән, 31,5 тонна сенаж, 70 мең тонна самаһы силос, 20 мең тонна һалам әҙерләргә тейеш.
Көйөргәҙеләргә һәр шартлы баш малға 30 − 32 центнер аҙыҡ берәмеге хәстәрләү бурысы тора.
Көслө ямғырҙар яуғанға тиклем райондың байтаҡ хужалығы хеҙмәтсәндәре бесән сабырға төштө. Кисәге көнгә ҡарата, дөйөм алғанда, 1279 тонна бесән, 2191 тонна сенаж әҙерләнгән.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға