«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Аҙна аптыратҡыстары: Маладис, гастарбайтерҙар!



02.07.2011 Аҙна аптыратҡыстары: Маладис, гастарбайтерҙар!

Мәскәүҙә Урта Азиянан килеүсе мигранттарҙың сираттағы тораҡ «комплекс»ы табылған. Баш ҡаланың көнбайышындағы сәнәғәт зонаһына гастарбайтер­ҙар тотош ҡасаба төҙөп ултырт­ҡан.
Унда ҡырҡлап кеше йәшәй, имеш. Бөтә уңайлыҡтар менән файҙаланалар – һыуытҡыс, телевизор, йомшаҡ балаҫтар, мунса, тренажерҙар бар, хатта секс-ҡол ҡатын да тоталар, ти. Уныһын бик төпкөлгә йәшереп, бикләп ҡуйғандар. Тик һыуҙы ғына ташып эсергә тура килә. Үзбәкстан менән Тажикстан кешеләре шулай әҙәм көнләштереп, Мәскәүҙә теттереп йәшәп ята. Һин тиһәң, йөрөйһөң мәркәз буйлап күсенеп, фатир яллап...
Әйткәндәй, ҡасаба икегә бүленгән. Береһендә ябай эшселәр йәшәһә, икенсеһендә – түрә. Ул – ялған документ менән көн иткән 42 йәшлек үзбәк. Барыһы ла уға түләп тора икән. Баш осондағы ҡыйыҡ өсөн – 1500 һум.
Колонияның һөйләшергә үтә лә яратҡан бер кешеһе бында татыу, тыныс йәшәүҙәре, бер кемгә лә ҡамасауламауҙары хаҡында һөйләгән. Йәл, полиция менән мигранция хеҙмәте уларҙы тотҡан.
Был – ағымдағы йылда табылған өсөнсө легаль булмаған «ҡала». Майҙа Мәскәүҙең көнсығышында, Косино-Ухтомский районында бер-береһенә тоташтырылған 15-ләгән барак-блиндаж рәүешендәге торлаҡ барлығы асыҡланған.
Июнь башында ҡаланың көнбайыш өлөшөндә 100-ләп гастарбайтер йәшәгән ҡала табылған. Уға метр ярым тәрәнлегендәге «ярыҡ» аша ғына инеп йөрөгәндәр. Өҫтән ул ҡапҡаслы ла булған, имеш. Бында ла бөтә уңайлыҡтар булған, хатта мал да тотҡандар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға