«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Ял планетаһы»нда



21.06.2011 «Ял планетаһы»нда

Әлшәй районының ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең көндөҙгө ял итеү лагеры «Ял планетаһы» тип атала.
Унда йөрөүсе балалар «ҡояшҡай» менән «Дуҫлыҡ» отрядына бүленгән. Уларға күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ: һәр көн лагерҙа төрлө ҡыҙыҡлы саралар үткәрелә. Балыҡсылар көнө, «Күңелле старттар», сәләмәтлек көнө, әҙәби һабантуй, Кино һәм музыка көнө, Рәсәй көнөнә арналған һүрәт һәм шиғыр һөйләүселәр конкурсы үткән. Миәкә районының Нарыҫтау буйында урынлаш­ҡан «Изге ҡойо»ға экскурсия балаларҙың күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған. Тәрбиәселәр Г. Иҫәнғолова, Г. Сәмиғуллина, З. Кирәева, во­жатыйҙар – Салауат педагогия колледжы студенттары Гөлназ Әбелғатина, Сөмбөл Хиса­метдинова балаларҙың ялын күңелле һәм файҙалы итеп ойошторор өсөн бөтә көсөн һала.
Йәмле йәйҙең матур хәтирәләре балаларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Бына шулай ҡыпсаҡ-асҡарҙар тырышып уҡый ҙа, яҡшы ял да итә белә.
Илүзә Кирәева,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға