«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан яңылыҡтары



18.06.2011 Башҡортостан яңылыҡтары

22 – 26 июндә Өфөлә 23 йәшкә тиклемге профессиональ спортсылар араһында шоссела велосипедта уҙышыу буйынса Рәсәй чемпионаты үтәсәк. Чемпионатты асыу тантанаһы баш ҡаланың Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда була. Старт һөҙөмтәләре буйынса Лон­донда уҙасаҡ Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн Рәсәй йыйылма командаһының составы билдәләнәсәк.

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡо­рол­тай депутаттары «Белорет райо­нында яңы географик объект булдырыу тураһында»ғы закон проектын ҡабул итте. Уға ярашлы, Сермән ауыл советы биләмәһендә Яңы Иҙел ауылы булдырыласаҡ. Әле был урында тәүге йорттарҙы төҙөй башлағандар ҙа инде, тағы ла 100 ғаиләгә индивидуаль төҙөлөш өсөн ер участкалары биреләсәк.

Башҡортостан Республика­һы­ның ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетында инглиз телендә сыҡҡан «Пу­те­водитель по Республике Башкор­тостан» китабының исем туйы үтте. Ул тәү сиратта сит ил туристарына һәм эшлекле даирә вәкилдәренә тәғәйенләнгән. Заманса полиграфия ысулдары был китапты йөкмәткеле һәм сифатлы итеп сығарыу мөмкинлеге биргән.

22 июндә Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 70 йыл тулыуға ҡарата Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Өфөлә Хәтер акцияһы үткәрә. Баш ҡаланың Еңеү паркында 18 сәғәттән 23 сәғәткә тиклем эҙәрмәндәр отрядтары волонтерҙары һуғышта хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашып, уларҙан туғандарының ҡайҙа ерләнгәнен асыҡлау өсөн мәғлүмәттәр аласаҡ. Яҡындары яуҙа һәләк булған кешеләр волонтерҙар ярҙамында уларҙың яҙмышын асыҡлаясаҡ.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға