«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



31.05.2011 Донъя яңылыҡтары

Юғалтыу

Донъя яңылыҡтарыОҙаҡ ауырығандан һуң 63 йәшендә Абхазия Президенты Сергей Багапш вафат булды.
Бер аҙна элек уға табиптар үпкәһенә операция яһай. Әммә пациенттың хәле яҡшырмай, аңына килә алмай, дауаханала вафат була. Республика Президенты үлеменә бәйле, Абхазияла өс көнлөк траур иғлан ителгән. Багапш тыуған ауылында ерләнәсәк. Һайлауҙарға тиклем прзидент вазифаһын Александр Анкваб башҡарасаҡ.

Уңышлы тапшырһындар

Рәсәй мәктәптәре уҡыусылары кисә рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы.
Быйыл БДИ-ҙы 700 мең уҡыусы тапшыра. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, 9 процентҡа аҙыраҡ. БДИ буйынса иң популяр предметтар – йәмғиәтте өйрәнеү (55,4 процент), физика (27,2 процент), тарих (23,2 процент), биология (21,1 процент). Имтиханға бәйле һорауҙары тыуһа, уҡыусылар РФ Мәғарифты күҙәтеү буйынса идаралығының ҡыҙыу линияһына – 8-800-505-1205 телефонына шылтырата ала. БДИ-ны өҫтәмә рәүештә 8 – 19 июлдә тапшырырға була.

Генералды яҡлап

Белградта Сербияның төрлө мөйөштәренән йыйылған 10 мең кеше, ҡулға алынған Босния сербтары армияһы командующийы, хәрби енәйәттәрҙә һәм геноцидта ғәйепләнгән генерал-майор Ратко Младичты яҡлап, киң масштаблы акцияға сыҡты.
Улар генералды Гаагалағы халыҡ-ара трибуналға биреүҙе талап итә. Митинг һуңында асыулы йәштәр полиция нарядтарына һөжүм итә. Хәрби бәрелештәрҙә 35 кеше зыян күргән.

Үҙ ғәйебен танымай

Мәскәүҙең тикшереү изолятор­ҙарының береһендә ултырған ЮКОС компанияһының элекке етәксеһе, олигарх Михаил Ходор­ковский шартлы рәүештә ваҡытынан алда сығыуҙы юлламаҡсы.
Адвокатының һүҙҙәренсә, ул нефть урлауҙа ғәйебен танымай. ЮКОС хужаһы мутлыҡтары өсөн 13 йылға хөкөм ителгәйне.

ҡыярҙың ғәйебеме?

Рәсәй Европанан эсәк инфекцияһы таралыуға сәбәпсе булған ҡыярҙы индереүҙе тыймаҡсы.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Испа­нияла үҫтерелгән ҡыяр ашап, Германияла 10 кеше вафат булған. Иң күп сирлеләр Гамбургта теркәлгән. Ят эсәк инфекцияһы бөйөрҙәр­ҙе, нервы системаһын зарарлай. Немец ғалимдары кеше ғүмере өсөн ҡурҡыныс инфекцияның сығанағын таба алмай.

З. ЙӘһҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға