«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Үҫешкә – биш миллион доллар



31.05.2011 Үҫешкә – биш миллион доллар

Сәғүд Ғәрәбстаны Короллеге Башҡортостандың инвестицион климатын өйрәнеүгә һәм нанотехнологияларҙы үҫтереү буйынса компания ойоштороуға биш миллион доллар инвестиция һалырға әҙер.
Нанотехнологияларҙы үҫтереү буйынса ошондай уҡ берлектәге проект күрше Татарстанда тормошҡа ашырыла башлаған да инде.
Сәғүд Ғәрәбстанының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Шәйех Салех Абдалла Камелдең билдәләүенсә, Көньяҡ Африка илдәренең береһендә төҙөлгән тағы бер ошондай компания, дөйөм алғанда, 100 миллион долларға барып баҫҡан. Унда ике миллиард долларлыҡ инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Әгәр Башҡортостанда бындай компания барлыҡҡа килһә, капитал һалыуҙар кәм тигәндә 20 – 25 тапҡырға арттырып ҡапланасаҡ, тигән ышаныс белдерҙе ҡунаҡ.
Сәғүд Ғәрәбстаны беҙҙең республикала инвестиция проекттарын әҙерләү өсөн белгестәрен ебәрергә әҙер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға