«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ике республиканы яңы юл тоташтырасаҡ



31.05.2011 Ике республиканы яңы юл тоташтырасаҡ

2015 йылға тиклем Башҡортостан менән Татарстан араһында яңы автотрасса төҙөләсәк – ул беҙҙең Күмертау ҡалаһы менән күрше төбәктең Баулы ҡалаһын бәйләйәсәк. Был турала ике республиканың тейешле ведомстволары килешеү төҙөнө.
Автотрасса "Европа – Көнбайыш ҡытай" халыҡ-ара транспорт маршруты составына инә. Проект 2015 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм "Рәсәй транспорт системаһын үҫтереү" федераль маҡсатлы программаһы проекты сиктәрендә бойомға ашырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға