«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Беҙгә фәнни йәмәғәтселек менән эшлекле мөнәсәбәттәр етмәй»



28.05.2011 «Беҙгә фәнни йәмәғәтселек менән эшлекле мөнәсәбәттәр етмәй»

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең дөйөм йыйылышында ҡатнашты. Ғалим­дар Президентҡа үҙҙәренең төрлө өлкәләрҙәге тикшеренеүҙәре ха­ҡын­да һөйләне.
Президент билдәләүенсә, «фән һәр ваҡыт дөйөмләштереү, аналитикаһы менән мөһим».
– Республика етәкселегенә бөгөн тап ошолар етмәй. Мин ун ай эшләгән осорҙа бер генә аналитик яҙма ла өҫтәлемә килеп ятманы, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Был, әлбиттә, берлектәге эшебеҙҙәге ҙур етешһеҙлек. Ысын мәғәнәһендә эшлекле мөнәсәбәттәр етмәй, ә улар беҙгә кәрәк, сөнки республика бөгөн ике юл сатында тора. Беҙгә бер йыл элек эшләгән форматта ҡалырға ярамағанлығы бөгөн барыбыҙға ла аңлашыла. Һаман артта ҡалып киләбеҙ. Иҡтисади үҫештә лә артта ҡалабыҙ, производствоны модернизациялау мәсьәләһендә лә һандар беҙҙең файҙаға түгел. Республика халҡының йән башына уртаса килеме бик түбән һәм беҙҙең потенциалға тура килмәй. Беҙ бик йыш, шул иҫәптән фәндә лә аҡсаны тартып-һуҙып саҡ еткерәбеҙ. Һеҙҙең 13 институт буйынса дөйөм сумма 777 миллион һум – был бик аҙ. Эш хаҡы кимәле лә юғары түгел.
Президент ҡағылған тағы бер көнүҙәк тема – фәнгә йәш кадрҙар йәлеп итеү:
– Төп мәсьәләләрҙең береһе – кадрҙар, кешеләр. Беҙ йәштәрҙе юғалтабыҙ – улар ситкә китә. Үҙемдең аспирант йылдарымды хәтерләйем. Лабораторияла аҡ халатта йөрөгәнемде, эксперименттар ҡуйғанымды. Донъяға ҡарашыбыҙ икенсе ине. ҡайҙалыр икенсе урында эшләргә, ниндәйҙер икенсе эштәр менән шөғөлләнергә мөмкин булыуы башҡа ла килмәне. Бөгөн бындай мөмкинлектәр бар.
Ғалимдарға мөрәжәғәт итеп, Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте менән фәнни йәмәғәтселек араһында яңыса мөнәсәбәттәр ҡорорға кәрәклеген билдәләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға