«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



28.05.2011 Өс һөйләм менән

Республика дауалау-физкультура диспансеры 1 июндә кескәй­ҙәр өсөн Асыҡ ишектәр көнө үткәрә. Был көндә кескәй балалары булған ата-әсәләр балаларҙы физик тәрбиәләү, сыныҡтырыу, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү буйынса табип­тар­ҙан консультация ала. Уларҙы дауалау физкультураһы һәм спорт медицинаһы буйына табиптар ҡабул итәсәк.

Ошо көндәрҙә Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Башҡор­тостан буйынса идаралығының Хәрби һәм чекист даны музейында сик буйы һаҡсыһы ветерандары Рөстәм Ма­кулов менән Михаил Андреевтың «Башҡортостан – дәүләт сиге өсөн ышаныслы кадрҙар үҙәге» тигән китабының исем туйы үтте. Ул РФ Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Сик буйы хеҙмәте ойошторолоуға 93 йыл тулыуға арналды. Унда РФ Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы, «Өфө» – Аэропорт» сик буйы контроле бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ветеран ил сиге һаҡсылары, һуғыш ветерандары ҡатнашты.

1 – 2 июндә республикала «Рә­сәй үҙаңы мәсьәләләре: халыҡ, ин­теллигенция, власть» тигән темаға VIII Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. Уны Рәсәй Фәндәр академияһының Философия институты, Башҡорт дәүләт университеты, БР Фәндәр академияһы, БР Хөкүмәте ойоштора. Конференцияла күренекле ғалимдар, Рәсәйҙең һәм Баш­ҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре, билдәле фәйләсүфтәр ҡатнаша.

М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университетында «Ер планетаһы» тигән күргәҙмә асылды. Ул Рәсәйҙә Космо­навтика йылына һәм кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуына 50 йыл тулыуға арнала. Күргәҙмәгә студенттарҙың һәм вуз уҡытыусыларының йыһан темаһына башҡарған эштәре ҡуйылған.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында һәм Сибай гимназия-интернатында ЮНЕСКО мәктәптәре һәм клубтары етәкселәренең төбәк республика кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә ЮНЕСКО эштәре буйынса БР комитеты, БДУ-ның ЮНЕСКО кафедраһы вәкилдәре, ЮНЕСКО клубтары һәм мәктәптәре директорҙары ҡатнашты. Кәңәшмә барышында сит ил уҡытыусылары өсөн ғилми-ғәмәли семинар ҙа ойошторолдо.

Бөгөн республикала һа­бан­туй­ҙар башланды. Иң тәүгеләрҙән булып сәсеүҙең уңышлы тамамланыуын Әлшәй, Ауыр­ғазы, Дәүләкән, Илеш, ҡалтасы, Күгәрсен райондары һәм Октябрьский менән Стәрлетамаҡ ҡалалары халҡы билдәләй. 4 июндә республиканың тағы ла 29 районында һабантуйҙар үтәсәк.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға