«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Йәш гвардия»лар аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы тикшерә



07.09.2010 «Йәш гвардия»лар аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы тикшерә

«Берҙәм Рәсәй»ҙең йәш гвардияһы» төбәк штабы активистары Өфө магазиндарында ярма, он һәм икмәк хаҡтарына мониторинг үткәрҙе. Был продукттар ҡулланыусылар кәрзиненә инә.
«Йәш гвардия»сылар асыҡлауынса, хаҡтар бөтә аҙыҡ-түлеккә лә артмаған. Әйтәйек, дөгөнөң бер сортына 13,4 процентҡа (36 һумдан 42-гә тиклем) артһа, ҡалғандарына хаҡтар элеккесә ҡалған. Икмәккә хаҡ уртаса – 3, онға 4 процентҡа үҫкән. Борсаҡ һәм манный ярмаһына хаҡтар шул көйө ҡалһа, арпа ярмаһына иһә 22 процентҡа артҡан.
Тикшерелгән магазиндарҙа августа ҡулланыусылар кәрзинендәге аҙыҡ-түлеккә, шулай итеп, хаҡтар бигүк артмаған. Һәр магазинда ла тейешле аҙыҡ-түлектең бер нисә төрө бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға