«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



24.05.2011 Донъя яңылыҡтары

Янартау ҡатмарлыҡтар тыуҙыра

Камчаткалағы Карым вулканының көлө диңгеҙ кимәленән 6,5 саҡрым бейеклеккә күтәрелеү сәбәпле, авиация өсөн ҡурҡыныс тыуған.
Янартау тораҡ пункттарға янамай, ти белгестәр. Тәүлек эсендә генә вулканда 180 локаль ер тетрәү булған

8 процентҡа – ипотека кредиты

Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы торлаҡ һатып алыу өсөн халыҡҡа 8 процент менән ипотека кредиты бирәсәк.
Тик кредит алыу өсөн граждандың тәүге иғәнәгә торлаҡ хаҡының яртыһы күләмендә аҡсаһы булыр­ға тейеш. Кредит һигеҙ йылға бирелә. Был хаҡта РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин менән осрашыуҙа банк рәйесе Герман Греф белдергән.

Етәксеһе кем булыр?

Кисә Халыҡ-ара валюта фонды етәксеһе вазифаһына кандидаттар һайлау башланды.
Дәғүәселәрҙе тикшереп, фонд асыҡ һайлап алыу процедураһы үткәрәсәк. Билдәле булыуынса, Халыҡ-ара валюта фонды етәксеһе Доминик Стросс-Кан, Нью-Йорк полицияһы ҡулға алғас, үҙ вазифаһынан китте.

Детектор ғына асыҡлай алырмы?

Мәскәү властары чиновниктар­ҙы мотлаҡ рәүештә «алдау детекторы»нда тестлауҙы индерәсәк.
Әлеге көндә «Полиграф» аппаратында тикшереүҙе етәксе урындарҙа эшләүселәр теләк буйынса ғына үтә. Әммә, тикшереү үҙен аҡлаясаҡ һәм киләсәктә мотлаҡ буласаҡ, тип белдергән Мәскәү ҡалаһы Департаментының конкурентлылыҡ сәйәсәте буйынса етәксеһе Геннадий Дегтев.


Эшһеҙҙәр кәмей

РФ Социаль үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, майҙың тәүге яртыһында илдә эшһеҙлек кимәле 2,4 процентҡа кәмегән.
Рәсәйҙең 76 төбәгендә эшһеҙ­ҙәр һанының кәмеүе күҙәтелә. Айырыуса Сахалин, Амур, Магадан өлкәләрендә, Карелия, Мари Иле Республикаларында эшһеҙлек, мәшғүллек кимәленең тотороҡланыуы күҙәтелә.


З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға