«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфө автобустары махсус һыҙатта еләсәк



24.05.2011 Өфө автобустары махсус һыҙатта еләсәк

Баш ҡалала пассажирҙар автобустары өсөн махсус һыҙат булдырыу тураһында һүҙ күптән алып барыла ине.
Ниһайәт, һүҙ эшкә барып етте: юлсылар Өфөнөң Октябрь проспекты буйлап махсус һыҙаттар һыҙа һәм «Пассажирҙар транспорты» тигән билдәләр ҡуя башланы – июндән пассажирҙар транспорты бер генә һыҙаттан йөрөйәсәк, автобус водителдәре бер-береһен ҡыуып уҙа алмаясаҡ. Һөҙөмтәлә йәмәғәт транспорты ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары кәмейәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға