«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент яңы Премьер-министр эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләне



21.05.2011 Президент яңы Премьер-министр эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләне

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яңы Премьер-министрға тәү сиратта хәл итергә тура киләсәк төп мәсьәләләрҙе билдәләне:
– Иғтибар йүнәлтергә тура киләсәк иң мөһим эшмәкәрлек йүнәлештәренең береһе – Салауат – Стәрлетамаҡ сәнәғәт узелы нигеҙендә нефть һәм газ химияһы үҙәген булдырыу. «РусГидро» һәм «Alstom» француз компанияһы менән берлектә сәнәғәт технопаркы төҙөлөшө – республиканың машиналар эшләү комплексына яңы этәргес биреүгә һәләтле был сәнәғәт проекты. Шулай уҡ Өфө йылғаһында гидроэлектростанция һәм Белорет районында тулы цикллы металлургия заводы төҙөлөштәре лә өҫтөнлөклө проекттар иҫәбендә.
Ул бәләкәй һәм урта бизнесты ла, иҡтисади уңыштың мөһим өлөшө, тип атаны. Эш хаҡын арттырыу (әлегә ул Рәсәй буйынса уртаса эш хаҡынан да бәләкәй), төҙөлөш комплексын әүҙемләштереү – былар ҙа иғтибар үҙәгендәге йүнәлештәр. Граждандарыбыҙ улар буйынса һөҙөмтәләр көтә, һәм улар һөҙөмтә булырына өмөтләнергә хоҡуҡлы, тип билдәләне төбәк башлығы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға