«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфө йәмләнә һәм йәшәрә



17.05.2011 Өфө йәмләнә һәм йәшәрә

Өфөлә яҙғы һуңғы дөйөм ҡала өмәһендә 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашты − бер көн эсендә баш ҡала 4600 кубометр сүп-сарҙан таҙартылды.
Таҙартыу һәм төҙөкләндереү сараларына 880-дән ашыу махсус техника берәмеге йәлеп ителде − ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына 400 самаһы рейс яһалды.
Өфөләге өмәлә ҡатнашыусылар ярҙамында 570 квадрат метр юл, 1500 «квадрат»тан ашыу фасад һәм алты мең погон метрҙан ашыу ҡойма ремонтланды. Бынан тыш, был көндө яҡынса 1500 ағас һәм 2500 ҡыуаҡ ултыртылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға