«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Беҙ бергә»



17.05.2011 «Беҙ бергә»

«Берҙәм Рәсәй»ҙең «Йәш Гвардияһы» төбәк бүлексәһе һәм «Сатурн» таксийы Өфөлә «Беҙ бергә» хәйриә акцияһын үткәрә.
Унда аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр һәм приюттарҙағы балаларға китаптар, әсбаптар, канцелярия тауарҙары тапшырырға теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.
Такси хеҙмәтенән файҙаланырға кәрәк булғанда, «Сатурн» (267-67-67) таксийына шылтыратып, йыртмалы талонда бәйләнеш телефондарығыҙҙы һәм бала­лар­ға теләктәрегеҙҙе яҙып, уларға тапшырырға теләгән әйберҙәрҙе талон менән бергә машинала ҡалдырыр­ға мөмкин.
1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, бөтә әйберҙәр ҙә мохтаждарға тапшырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға