«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Марат Мөлөков – БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары



14.05.2011 Марат Мөлөков – БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары

Марат Мөлөков – БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарыБашҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәми­тов­тың Ука­зы менән Башҡор­тостан Респуб­ликаһы Хөкүмә­тенең Премьер-министры урынбаҫары итеп Мөлө­ков Марат Муса улы тәғәйенләнде.
Мөлөков Марат Муса улы 1974 йылдың 2 апрелендә Өфөлә тыуған. Юғары белемле – БДУ-ны, БДПУ-ны тамамлаған.
1999 – 2003 йылдарҙа – Өфө ҡалаһының Киров районы депутаты, артабан Пенсильвания штаты конгрессмены Майкл Дивндың ярҙамсыһы, «Херитедж» тикшеренеү үҙәгенең Рәсәй йүнәлешендәге етәксеһе ярҙамсыһы, «ҡала иҡтисады институты» фондының әйҙәүсе эксперты, Рәсәй Федера­цияһы Хөкүмәте Рәйесе советнигы ярҙамсыһы, «Атом – инновациялар» үҙәге («Рос­атом»дың инновацион эшмәкәрлеге идаралығы үҙәге) директоры, 2009 йылдан ошо көнгә тиклем Техник физика һәм автоматлаш­тырыу ғилми-тикшеренеү институты («Росатом» ГК-һы) асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры булып эшләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға