«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфөлә йәш экологтар йыйылды



14.05.2011 Өфөлә йәш экологтар йыйылды

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыусыларҙың экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтә.
Унда Рәсәйҙең 65 төбәгенән 198 уҡыусы ҡатнаша. Башҡортостандан иһә ете уҡыусы беренсе урын өсөн көс һынашасаҡ. 12 майҙа уҡыусылар теоретик турҙа экология буйынса белемдәрен һынаны, кисә үҙҙәренең экологик проекттарын яҡлап сығыш яһаны. Олимпиаданың был турында, проекттарҙың үҙенсәлеклеге һәм практик әһәмиәте менән бер рәттән, уҡыусыларҙың аудитория алдында сығыш яһау оҫталығы ла баһаланды.
Ойоштороусылар фекеренсә, уҡыу­сылар өсөн олимпиадала ҡатнашыу етди һынау һәм шул уҡ ваҡытта ҙур стимул да булып тора. РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәренә һәм призерҙарына аҡсалата премиялар тапшырыласаҡ һәм улар юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә ташламалар менән файҙаланасаҡ.
Олимпиаданың йомғаҡлау тантанаһы иртәгә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға