«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яраланыусыларға – ярҙам



14.05.2011 Яраланыусыларға – ярҙам

4 –10 майҙа Чечняның Урус-Мартан районында хәрби бурысын үтәгәндә РФ Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге «Булат» отрядының алты хәрби хеҙмәткәре төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алғайны.
Хәрби хәрәкәттәрҙә йәрәхәт алған яҡташтарыбыҙҙы республика иғтибар­һыҙ ҡалдырмаясаҡ. Президент Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, уларға Башҡортостан бюджетынан матди ярҙам күрһәтеләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға