«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ фронты ойошторола



10.05.2011 Халыҡ фронты ойошторола

Халыҡ фронты ойошторолаРәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин кисекмәҫтән Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәләрен ойошторорға ҡушты.
«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе лидеры был уйы менән Волгоградта төбәк-ара конференцияла уртаҡлашҡайны. Владимир Путин фекеренсә, «Берҙәм Рәсәй»ҙән РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидатуралар һайлап алыуҙа партия ағзалары йә уның яҡлылар ғына түгел, ә профсоюз, ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр һ.б. ойошмалар ағзалары ла ҡатнашырға тейеш. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты иһә илде модернизациялауҙың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүгә ҡушылырға әҙер торған ижтимағи һәм сәйәси көстәрҙең, ил граждандарының берләшеүен тәьмин итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға