«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҙур сарала беҙҙекеләр ҙә ҡатнашты



10.05.2011 Ҙур сарала беҙҙекеләр ҙә ҡатнашты

Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта «Төрки халыҡтарының мәҙәни мираҫы» халыҡ-ара фестивалендә Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты.
Беҙҙең артистар концерт программаларында әүҙем сығыш яһаны. Төркмәнстан дәүләт художество академияһының күргәҙмәләр залында уҙғарылған сараларҙа башҡорт делегацияһы милли кейемдәребеҙҙе күрһәтте. Күргәҙмәгә килгән ҡунаҡтар халҡыбыҙҙың милли аштарынан ауыҙ итте.
Төркмәнстан мәҙәниәт һәм телерадиотапшырыуҙар министры Г. Мурадов Башҡортостан артистарының юғары оҫталығын билдәләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға