«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Айыҡлыҡ өсөн



10.05.2011 Айыҡлыҡ өсөн

«2011 йылдың айыҡ ауылы» республика конкурсы сигендә 21 майҙан ауыл-ҡасабаларҙа Себер федераль университеты (Красноярск) профессоры Виктор Кривоногов семинар үткәрәсәк.
Сараның ойоштороусыһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм «Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәте.
Семинар 21 майҙа Әбйәлил районының ҡырҙас ауылында башлана, артабан 22 майҙа – Темәс (Баймаҡ), Йәнтеш (Хәйбулла), 23-өндә – Йылайыр, Иҫәнғол (Ейәнсура), Мораҡ (Күгәрсен) ауылдарында, 24-ендә – Күмертау, Мәләүез ҡалаларында һәм Ермолаев ҡасабаһында (Көйөргәҙе), 25-ендә – Федоровка һәм Стәрлебаш райондарында, 26 майҙа Салауат, Ишембай ҡалалары һәм Талбазы (Ауырғазы) ауылында буласаҡ.
Һуңғы семинар 27 майҙа Ғафури районының Сә­йетбаба ауылында уҙа. Әйткәндәй, Виктор Кривоногов башҡортса һәм татарса яҡшы аңлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға