«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Был аҙнала беҙҙе...



30.04.2011 Был аҙнала беҙҙе...

һиҫкәндерҙе...
Кесе йомала Марокколағы билдәле курорттарҙың береһендә шартлау яңғыраны. Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, фажиғәлә ун һигеҙ кеше һәләк булған, ике тиҫтәнән ашыуы йәрәхәтләнгән. Һәләк булыусыларҙың күбеһе − Европа дәүләттәре граждандары. РФ-ның Марокколағы илселегенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрәхәтләнеүселәр араһында Рәсәй туристары ла бар. Уларҙың береһе – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Валерий Селезневтың улы Роман Селезнев. Ул – ЛДПР фракцияһы ағзаһы һәм Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр комитеты вәкиле.
Әле илдә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Тәүҙә инцидентты газ баллоны шартлауына бәйләһәләр, һуңынан урындағы Эске эштәр министрлығы вәкилдәре был хәлде теракт тип атаны. Мәйеттәрҙең тәненән табылған металл киҫәктәре шуны иҫбатлай.

һоҡландырҙы...
Хабаровск ҡалаһында понтонлы күпер тө­ҙөнөләр. Рәсәйҙә иң ҙур тип иҫәпләнгән күпер аша хатта тимер юл составы ла үтә ала. Әлеге инженер конструкцияһы ҡаланы Ҙур Уссурийск утрауы менән тоташтырасаҡ. Унда, Амур йылғаһы аръяғында мең ярым самаһы кеше йәшәй. Быға тиклем яҙ көнө улар бары тик һауа транспортын ғына файҙалана ала ине.
700 метрҙан ашыуға һуҙылған гигант күперҙе тимер юл ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе һалдаттар төҙөгән. Эш барышында 150 кеше һәм 30 берәмек техника ҡатнашҡан. Әле объектты махсус комиссия тикшерә. Уны рәсми асыу 1 майға тәғәйенләнгән.

Өмөтләндерҙе...
сәй» партияһы вәкилдәре менән осрашты. Дәүләт башлығы, ҡайһы бер етешһеҙлектәргә ҡарамаҫтан, партияның быйыл декабрҙә үтәсәк Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа ҡатнашыуына ышаныс белдерҙе. Сара барышында хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, производство хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре лә тикшерелде. «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре йәнә бер тапҡыр ил башлығы алдында эш аҙнаһын алтмыш сәғәткә тиклем еткереүгә һәм илдә пенсия йәшен оҙайтыуға ҡаршылыҡ күрһәтеп сығыш яһаны. Президент иһә, эшселәрҙең социаль хәле менән артабан да шөғөлләнәсәген белдереп, партия ағзаларының тәҡдим-теләктәрен хупланы.

ҡыуандырҙы...
Мәскәүҙә барған фигуралы шыуыу буйынса донъя чемпионатында Рәсәй спортсылары ике миҙал яуланы. Парлап шыуыусылар араһында Татьяна Волосожар менән Максим Траньков – көмөш, Артур Гачинский бронза миҙалға лайыҡ булды. Әммә Рәсәй спортсылары бының менән генә ҡәнәғәтләнергә теләмәй. Алда уларҙы Сочиҙа үтәсәк Олимпиада көтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға