«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яңы хакимиәт башлыҡтары тәғәйенләнде



30.04.2011 Яңы хакимиәт башлыҡтары тәғәйенләнде

29 апрелдә Сибай ҡалаһы ҡала округы советының ултырышында Сибай ҡала хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Сөләймәнов Хәлит Хәмзә улы контракт буйынса хакимиәт башлығы вазифаһына тәғәйенләнде.
Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов 1962 йылда Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында тыуған. Юғары белемле – БДУ-ны тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1983 йылда Стәр­летамаҡ физкультура техникумын тамамлағандан һуң Баймаҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып башлаған. Артабан тыуған мәктәбендә директор, Баймаҡ ҡалаһы һәм районы халыҡ мәғарифы идаралығы начальнигы, Баймаҡ райо­ны хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, «Росгосттрах – Аккорд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Баймаҡ филиалы директоры, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы директоры булып эшләгән. 2008 йылдан алып ошо көнгә тиклем Баймаҡ ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған.
Хәлит Сөләймәнов Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

***
Ошо уҡ көндө ҡырмыҫҡалы районы муниципаль район советы ултырышында район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса контракт буйынса был вазифаға Сыңғыҙов Фәнзил Фәйез улы тәғәйенләнде.
Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов 1969 йылда ҡыр­мыҫ­ҡалы районының Мөкәй ауылында тыуған. Юға­ры белемле – БДУ-ны тамамла­ған.
Хеҙмәт юлын Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң 1993 йылда тыуған районының Вәлиди исемендәге КХА-һы рәйесе урынбаҫары булып башлаған. Артабан Түбәнге Төкөн урта мәктәбе уҡытыусыһы, директоры, Прибельский урта мәктәбе директоры, район халыҡ мәғарифы идаралығы, шунан район хакимиәте бүлеге начальнигы, БР Хөкүмәтенең мәғариф һәм фән бүлеге мөдире урынбаҫары, 2010 йылдан бөгөнгә тиклем БР Хөкүмәтенең гуманитар өлкәне үҫтереү, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге мөдире булып эшләгән.
Фәнзил Сыңғыҙов – РФ дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға