«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Балыҡтар ниңә ҡырыла?



30.04.2011 Балыҡтар ниңә ҡырыла?

Балыҡтар ниңә ҡырыла?Благовещен районындағы Асы­күлдә күпләп балыҡ ағыу­ланған.
Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Урта Волга территориаль идаралығының БР буйынса өлкән дәүләт инспекторы Кирилл Прокопьев әйтеүенсә, күлдә нефть эмульсияһы бар. Яр һыҙатының һәр метрына 20 − 40 самаһы үле балыҡ тура килә. Улар − башлыса, ус ҙурлығындай ғына табан балыҡтар. Әлегә күпме балыҡ үлгәнен теүәл әйтеп булмай, һыуҙың таҙараҡ өлөшөндә тереләре лә күренә.
Һыу ҙа, үлгән балыҡтарҙың бер нисәһе лә анализға ебәрелгән. Ағыуланыуҙың төрлө сәбәптәре лә ҡарала. Күлдән алыҫ түгел «Өфөнефтехим» йәмғиәтенең иҫке ташландыҡ коллекторҙары бар-барлыҡҡа, әммә унда нефттең эҙе лә, еҫе лә юҡ, ти тикшереүселәр. Кирилл Прокопьев, ҡасандыр һыуға үлектәр ташланған, тигән фаразды ла еткерҙе. Балыҡтарҙың ҡышын үлеүе хаҡында ла һөйләйҙәр.
Балыҡтарҙың күпләп һәләк булыу осрағы апрель башында ла теркәлгәйне. Ул саҡта Октябрьский ҡалаһы янындағы күлдә промысла карптары, суртандарынан алып селбәрәләргә тиклем үлгән була.
Әле экологик һәләкәткә тиң булған күренештең сәбәптәре асыҡлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға