«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ғафури районының социаль инфраструктураһы үҫтереләсәк



26.04.2011 Ғафури районының социаль инфраструктураһы үҫтереләсәк

Ғафури районының социаль инфраструктураһы үҫтереләсәкБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Ғафури районында булып, ундағы социаль инфраструктура объекттары менән танышты.
Красноусол ауылында ул капиталь ремонт талап ителгән үҙәк район дауаханаһын һәм уның бүлектәрен ҡараны, медицина персоналы, клиника пациенттары менән аралашты.
Төбәк башлығы район үҙәгендә файҙаланыуға тапшырылмаған мәктәп торошо менән ҡыҙыҡһынды.
Ғафури районы буйлап эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов экологик өмәлә ҡатнашты. Красноусол ауылының «Тирәккәй» балалар баҡсаһы территорияһында республика башлығы бер нисә ағас ултыртты һәм өмәгә килгән тәрбиәселәр менән аралашты, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында ремонт барышы менән танышты.
Эш сәфәре йомғаҡтары буйынса Рөстәм Хәмитов Ғафури районы етәкселегенә социаль өлкә учреждениеларын төҙөүҙе һәм ремонтлауҙы, шулай уҡ уларҙы ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы күҙаллаған 2015 йылға тиклем иҫәпләнгән программа әҙерләргә ҡушты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға