«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ямғырға зар юҡ!



23.04.2011 Ямғырға зар юҡ!

Ямғырға зар юҡ!Башҡортостандың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре геү килеп яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә. Әле республиканың ете районы дым ҡаплауҙы башлаған. 17 районда баҫыуҙарҙы тырматыу эше айырыуса әүҙем бара.
Республика буйынса һанағанда, бөтәһе 1600 гектар­ҙан ашыу майҙанда дым тотолған. Шу­лай ҙа һығымталар яһарға иртә әле – был эште 1 миллион 327 мең гектар май­ҙанда башҡа­рыр­ға кәрәк. Дым тотоуҙың яҙғы сәсеү кампанияһы барышында тәүге баҫҡыстар ғына икәнлеген билдәләргә кәрәк. Шулай уҡ республикала ужым культураларын ашлау, күп йыллыҡ үләндәргә минераль ашламалар индереү эштәре лә әүҙемләшә. Әлбиттә, ямғырҙар яуып тороуы ауыл хужалығы техникаһының эшен бер аҙ тотҡарлай. Шулай ҙа бер кем дә был бәрәкәткә зар­ланыр­ға йыйынмай. Улай ғына ла түгел, ямғырҙар­ҙың бик кәрәкле ваҡытта яуыуын билдәләп ҡыуаналар.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға