«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Был аҙнала беҙҙе...



23.04.2011 Был аҙнала беҙҙе...

һөйөндөрҙө...
Был аҙнала беҙҙе...РФ Дәүләт Думаһы спикеры Борис Грызлов белдереүенсә, 1 июндән минималь хеҙмәт хаҡы, 6,5 процентҡа артып, 4611 һум буласаҡ. Әле минималь эш хаҡы – 4330 һум. Хөкүмәт алдағы йылдарҙа уны күтәреп, йәшәү минимумына тиңләмәксе. Был бюджет өлкәһе һәм башҡа категория хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә лә булышлыҡ итәсәк. Ғөмүмән, ун йыл эсендә минималь хеҙмәт хаҡы 32 тапҡыр күтәрелгән.

Йыуатты...
Японияла ер тетрәү һәм цунами һәләкәтенән күргән зыян яҡынса 305 миллиард долларға барып баҫа. Әле урындағы хөкүмәт илде тергеҙеүгә йүнәлтеләсәк бюджетты раҫланы. Ул 48,9 млрд доллар тәшкил итә. Бюджеттың күп өлөшө – 2,5 трлн иена пенсия фондынан алынһа, байтағы ғаиләләрҙе ҡурсалауға тәғәйенләнгән өлөштән йәлеп ителәсәк. Эксперттар иҫәпләүенсә, илде тергеҙеү өсөн йәмғеһе 305 млрд доллар талап ителә.

ҡыҙыҡһындырҙы...
РФ Дәүләт Ду­маһы депутаттары «Этил спирты, алкоголь һәм спиртлы продукцияны сығарыуҙы һәм һатыуҙы дәүләт көйләүе тураһында» законға үҙгәрештәр индермәксе. Уға ярашлы, Рәсәйҙә 2013 йылдың 1 ғинуарынан һыраны пластик һауытҡа ҡойоп һатыу тыйылыуы ихтимал. Әле иһә һыраның яртыһынан күбеһе пластик һауыттарҙа һатыла. Законға үҙгәрештәр индереү Рәсәй, Белоруссия, ҡаҙағстан таможня союзында берҙәм техрегламент булдырыуҙы күҙ уңында тота. Әйтәйек, ҡаҙағстанда пластик һауытта һыра һатыу күптән тыйылған. Шунлыҡтан закон Рәсәй менән Белоруссияла ла индерелергә тейеш, имеш.

Борсолдорҙо...
РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғынға ҡаршы хеҙмәт Урал дәүләт институтының 153 курсанты сифатһыҙ аҙыҡ менән ағыуланған. Әле йөҙҙән ашыу сирле лазаретҡа урынлаштырылған, курсанттарҙың өс тиҫтәһе үҙәк дауахананың инфекция бүлегенә һалынған. Был факт буйынса тикшереү эше бара. Курсанттар тауыҡ ите менән балыҡтан ағыуланған, тигән фараз тикшерелә.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға