«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан Президенты премиялары – иң лайыҡлыларға



23.04.2011 Башҡортостан Президенты премиялары – иң лайыҡлыларға

Башҡортостан Президенты премиялары – иң лайыҡлыларғаРөстәм Хәмитов 2010 йыл өсөн продукция (тауарҙар, хеҙмәтләндереүҙәр) сифаты өлкәһендә Башҡортостан Президенты премиялары лауреаттары булған ун өс предприятие вәкилдәренә наградалар тапшыр­ҙы.
Уҙған йыл йомғаҡтары бу­йынса «Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводы», «Син­тез-Каучук», «Нефтекама автозаводы», «Полиэф», «Почет билдәһе» орденлы Бәләбәй һөт комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, Нефтекама нефть колледжы конкурс лидерҙары тип танылды.
2010 йыл өсөн продукция сифаты өлкәһендә Башҡорт­остан Президенты премияһы лауреаттары республика исеменән федераль кимәлдә сығыш яһаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға