«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Салауат ҡалаһында – яңы башлыҡ



23.04.2011 Салауат ҡалаһында – яңы башлыҡ

Салауат ҡалаһы ҡала округы советы ултырышында ҡала хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса был вазифаға контракт буйынса Фәрит Фәррәх улы Ғилманов тәғәйенләнде.
Фәрит Ғилманов Ишембай районының ҡыҙыл Октябрь ауылында тыуған. Юғары белемле. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург янғын хәүефһеҙлеге институтын, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Санкт-Петербург университеты адъюнктураһын тамамлаған, педагогия фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Са­лауат ҡалаһында янғын часы начальнигы урынбаҫары булып башлай. 2000 йылдан әлегәсә 36-сы янғын часы начальнигы була. Фәрит Ғилманов Рәсәй МЧС-ы миҙалдары, «Янғын һағының иң яҡшы эшсеһе» билдәһе менән бүләкләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға