«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яңы закон проекттары ҡаралды



23.04.2011 Яңы закон проекттары ҡаралды

Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйы­лышы − ҡоролтай депутаттары 37-се ултырышын үткәрҙе. Пленар йыйылыштың көн тәртибенә 80-гә яҡын мәсьәлә сығарылды. Депу­таттар 30-ҙан ашыу закон проектын да ҡараны.
Беренсе уҡыуҙа ҡаралып, ҡабул ителгән закон проектында киләһе саҡырылышта депутаттар һанын 110-ға тиклем ҡыҫҡартыу күҙаллана. Был һайлаусылар иҫәбен күҙ уңында тотоп үҙгәртелә.
Парламент ултырышында Баш­ҡортостан Консти­туция­һына мәғариф системаһына ҡағылышлы үҙгәрештәр индереү тураһында ла һүҙ булды. Федераль ҡануниәттә дәүләт белем биреү стандарттары үҙгәртелеү сәбәпле (был милли-төбәк компонентына ҡағыла), БР Төп законының 47-се статьяһында 5-се бүлектең яңы редакцияһы әҙерләнәсәк.
Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай депутаттары шулай уҡ «БР-ҙа аҙыҡ-түлектең хәүефһеҙлеген һәм сифатын тәьмин итеү саралары тураһында» республика законы проектын ҡабул итте.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға