«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Боҙ китеүгә бар хеҙмәттәр ҙә әҙер



16.04.2011 Боҙ китеүгә бар хеҙмәттәр ҙә әҙер

Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы – Ағиҙелдә тиҙҙән боҙ китәсәк. Уға ҡойған Өфө (ҡариҙел) йылғаһы үрендә боҙ ҡуҙғал­ған.
Димдә ҡар һыуы артыуы күҙәтелә, Эҫем йылғаһында боҙ ҡалҡҡан. Стәрле һәм Әй йылғаларында боҙ китә. Йылғаларҙа һыу кимәле төрлөсә: ҡариҙел районындағы Һөйән ауылы янындағы һыу 137 сантиметр­ға күтәрелһә, Белорет районының Ар ташы ҡасабаһы янында Ағиҙелдә ул 52 сан­тиметр­ға түбәнәйгән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, әлегә ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ҡотҡарыусыларҙың көсө һәм средстволары йәлеп ителмәгән. Бөгөн ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәгән.
ҡар күләмен тикшереүселәрҙең мәғлүмәте буйынса, был көндәрҙә Ағиҙел бассейнындағы ҡар ҡатламының һыу запасы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 25 – 55 процентҡа түбәнерәк.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға