«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сәсеү-2011



16.04.2011 Сәсеү-2011

Бураҙна ярыр мәл
Башҡортостан хөкүмәтендә үткән ауыл хужалығы эштәрен ойоштороу буйынса республика оператив штабының ултырышында төбәктең сәсеү кампанияһына әҙерлеге тикшерелде.
Кәңәшмә БР Хөкүмәте Премь­ер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев рәйеслегендә барҙы.
Ауыл хужалығы министры урын­баҫарҙары Владимир Не­з­нанов, Рөстәм Зәйнуллин, Рә­мил Нуриәхмәтов һәм ми­нистрҙың беренсе урынбаҫары Николай Коваленко миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен үткәреү буйынса республика штабы советы етәксеһенә ор­лоҡтар, минераль ашламалар күләме, техниканың әҙерлеге, ташламалы хаҡтар бу­йынса яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү, кредит ойошмаларының ауыл хужалығы предприятиеларына фи­нанс ярҙамы хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Бөтөн был эштәр республикала әүҙем алып ба­рыла.
Аграрийҙарҙың быйылғы сә­сеү кампанияһына әҙерлеге та­мамлана. Уның башланыуына һанаулы ғына көндәр ҡалды.

Әҙерлек тикшерелде

Волга буйы федераль округының 14 субъекты башлығы Һамарҙа Волга буйы федераль округы Советы ултырышында Рәсәй Президентының ошо округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота етәкселегендә яҙғы баҫыу эштәренең һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләһен тикшерҙе. Совет эшендә ил хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков ҡатнашты.
Кәңәшмәне асып, Григорий Рапота аг­ро­сәнәғәт комплексының округ өсөн төп тармаҡ булыуын билдәләне. Ул ҡоролоҡ темаһына ла ҡағылды.
Рәсәй хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков төбәк етәкселәре алдына яҙғы сәсеүҙе сифатлы һәм ваҡытында атҡарып сығыу бурысын ҡуйҙы. Яҙғы сәсеүлек майҙандарын арттырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Хөкүмәт үҙ яғынан аграрийҙарға кәрәкле ярҙам күр­һәтә. Быйыл ауыл хужалығына ярҙам күр­һәтеү буйынса дәүләт программаһын үтәүгә 125 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Өҫтәмә рәүештә орлоҡтар һатып алыуға средстволар бүленгән. Улар менән Рә­сәйҙең ауыл хужалығы предприятиелары бөгөн 99 процентҡа тәьмин ителгән.
Советта яғыулыҡ-майлау материалдары, ашламалар менән тәьмин итеү, техниканың яҙғы сәсеүгә әҙерлеге буйынса саралар ҙа тикшерелде. Сәсеү кампанияһын ваҡытында үткәреүҙе тәьмин итеүгә кредит ойошмаларының ставкалары ла аныҡлап кителде.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға