«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Территориаль планлаштырыуҙа системалылыҡ кәрәк



16.04.2011 Территориаль планлаштырыуҙа системалылыҡ кәрәк

Рөстәм Хәмитов республиканың территориаль планлаштырыу схемаһына үҙгәрештәр индереү буйынса кәңәшмә үткәр­ҙе. Уның һүҙҙәренсә, схема булыуы төбәктең инвестицион үҫешенә бөтә шарттар ҙа булдыра һәм баҙарҙы мәҙәниәтле итә.
Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһында территориаль планлаштырыу схемаһын әҙерләй башлаған тәүге субъекттарҙың береһе.
– Әммә муниципаль кимәлдә был эш тотҡарланды, – тине республика башлығы. – Атап әйткәндә, Ишембайҙа, Бөрөлә, Ағиҙелдә эштәр яҡшынан түгел. Ауыл биләмәләрендә планлаштырыу буйынса тағы ла ауырыраҡ хәлдәр күҙәтелә.
Рөстәм Хәмитов, муниципалитет башлыҡтары менән теге йәки был объект төҙөлөшөнә урын аныҡ билдәләнгән булырға тейеш, тип билдәләне.
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов, үҙебеҙҙең тәбиғәт ресурстарына таяныу, төбәктәге үҙләштерелмәгән нефть ятҡылыҡтарын өҫтәмә тикшереү өсөн мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу, шулай уҡ автобомиль магистралдәренең һәм тимер юлдарҙың транспорт үткәреү һәм йөк ташыу мөмкинлеген арттырыу территория үҫешенең өҫтөнлөктәре булып тора, тине.
– Әлеге ваҡытта республикала 54 муниципаль райондың 34-енең генә яңы ҡала төҙөлөшө кодексына ярашлы әҙерләнгән территориаль планлаштырыу схемалары бар, – тине Хәлит Мәхмүдов. – Муниципаль район биләмәләрен территориаль планлаштырыу схемалары менән тәьмин итеү күрһәткесе 63 процент тәшкил итә. Республиканың адреслы инвестиция программаһына ярашлы, 47 млн һум күләмендә средстволар бүленгәндә, йыл аҙағына тиклем был күрһәткесте 87 процентҡа еткереү планлаштырыла. Республикалағы 20 ҡаланың 15-ендә яңы генераль план әҙерләнгән. Муниципаль район үҙәктәренең ғәмәлдәге ҡала төҙөлөшө кодексына ярашлы эшләнгән генераль пландары 40 район үҙәгенең 24-ендә эшләнгән.
Уның әйтеүенсә, алда ауыл биләмәләренең генераль пландарын эшләү буйынса күләмле эштәр көтә. Уларҙы башҡарыуға яҡынса 270 млн һум аҡса талап ителә.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға