«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Күсемһеҙ милек баҙары



16.04.2011 Күсемһеҙ милек баҙары

Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында «Күсемһеҙ милек. Яҙ − 2011» күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо.
Был сара республиканың баш ҡалаһында йыл һайын бик күп ҡатнашыусыны туплай һәм беҙҙәге күсемһеҙ милек баҙарына ҙур йоғонто яһай.
Күргәҙмә-йәрминкәне асыуҙа ҡатнашыусы Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов билдәләүенсә, быйыл сараның форматын бер аҙ үҙгәрткәндәр. Күргәҙмә барышында ойошторолған конференциялар, брифингтар ҙа ошо хаҡта һөйләй. Шулай уҡ быйыл сараға килгән граждандар менән эш әүҙем ойошторолған, уларға консультациялар бирелә.
«Күсемһеҙ милек. Яҙ − 2011» күргәҙмә-йәрминкәһе йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙы күберәк туплай, был, үҙ сиратында, тармаҡтың артабан да үҫешә барыуын билдәләй. Төҙөү, милек һатып алыу эштәренең әүҙемләшеүе күпселек осраҡта республика һәм муниципаль властар ярҙамында алып барыла. Әлеге сарала күсем­һеҙ милектең бөтә аспект­тары ла күрһәтелгән, бик күп проект тәҡдим ителде. Ипотека, коттедждар төҙөү, милекте страховкалау, ландшафт дизайны кеүек мәсьәләләр ҡарала.
Шуныһы ла бар – күсемһеҙ милек күргәҙмәһенең географияһы быға тиклем дә бик киң ине. Әлеге сарала Франция, Испания, ҡытай, Таиланд һәм башҡа ил вәкилдәре тауарын тәҡдим итте. Шуныһы ла әһәмиәтле: һәр бер ил вәкилдәре үҙ үҙенең дәүләтендә күсемһеҙ милек алыу, унда барып йәшәү, бизнес асыу, виза алыу юлдарын аңлатыу эштәре алып бара.

Л. СОЛТАНОВА.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға