«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » ҒӘРӘПТӘРГӘ ЛӘ БАШҠОРТ БАЛЫ ОҠШАҒАН



16.04.2011 ҒӘРӘПТӘРГӘ ЛӘ БАШҠОРТ БАЛЫ ОҠШАҒАН

ҒӘРӘПТӘРГӘ ЛӘ БАШҠОРТ БАЛЫ ОҠШАҒАНТиҙҙән Сәғүд Ғәрәбстанында йәшәүселәр башҡорт балын тәмләп ҡараясаҡ. «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса фәнни-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенең «Бал баҡсалары» компанияһы менән башҡорт балын һәм унан эшләнгән косметиканы һатыу буйынса оҙайлы контракт төҙөнө.
– Сәғүд Ғәрәбстанында бал баҙары бик бай – Европа, Аргентина, Мексика һ.б. илдәрҙән унлаған төр бал килтерелә. Тик беҙҙең компания Рәсәй балдарының ынйы­һы – сифатлы башҡорт балын һатып алып, үҙебеҙҙең халҡыбыҙға тәҡдим итергә теләй. Һеҙҙең бал ҡуйы, хуш еҫле, сифаты яғынан яҡшы, – тип һөйләй компания етәксеһе Мәйсәрә Машаль. Ғәрәптәр ағастан эшләнгән батмандарҙы ла оҡшатҡан, уларға ла заказ бирергә теләй­ҙәр.
Яңы уңыш йыйыу менән 20 тонна бал Сәғүд Ғәрәбстанына оҙатыласаҡ.
З. ЙӘҺҮҘИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға